Яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә

Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төрлө ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш район һәм ҡала хакимиәттәре үҙ саралары булдыра. Мәҫәлән, Борайҙа өй һәм мунса яғыр өсөн утынды бушлай бысып һәм ярып килтерәләр.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ҡышҡылыҡҡа утын алып ҡалырға тырыша. Әммә, ир-егеттәрһеҙ быны эшләүе ауыр. Шуға ла урман хужалығы вәкилдәре ярҙамға килә.

Зилидә Әхмәтшинаға утын әҙерләргә улы ярҙам иткән. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс ул махсус хәрби операцияға юллана. Хәҙер ҡатынды урындағы урман хужалығы икенсе йыл инде бушлай утын менән тәьмин итә.

Утын ярыр өсөн ауыл эшсәндәре махсус ҡоролма ҡулайлаштырған. Ул эште еңеләйтә һәм тиҙләтә. Шулай итеп көн һайын тиерлек ике-өс ғаилә утын менән тәьмин ителә.

Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә утын бушлай бирелә. Бынан тыш, хужалыҡ эшселәре ҡоймаларҙы, кәртә-ҡураны төҙөү йә йүнәтеү өсөн таҡта, бағана һәм башҡа материалдар менән дә тәьмин итергә тырыша.

Районда бихисап ярҙам күрһәтелә. Мәҫәлән, утын килтерелгәс, уны һаҡлау өсөн келәт тә эшләп биргәндәр.

Динара Ҡорбанованың ире лә 2022 йылда мобилизациялана. Ҡатын тәүҙә ике бала менән нисек донъя көтөргә тип аптырап ҡала. Һуңынан урындағы халыҡ, предприятиелар һәм хакимиәт ярҙам итә башлағас, тынысланып, донъяла яҡшы кешеләр барлығына инана.

Ҡайын-уҫаҡты йәйҙән әҙерләгәндәр, шуға күрә лә утын сей түгел.

Башҡортостанда хәрбиҙәргә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Шулай уҡ, район-ҡалаларҙа ла уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап булышлыҡ итәләр.

Махсус хәрби операция башланғас республика урман хужалығы вәкилдәре хәрбиҙәрҙең яҡындарын 15 мең кубометр самаһы ағас һәм утын менән тәъмин иткән. Йәғни, 2 мең ярымдан ашыу ғаиләгә ярҙам күрһәтелгән. Бындай иғтибар йорттарҙы ғына түгел, йөрәкте лә йылыта, ти ауылда йәшәүселәр.