Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел – 22

Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел – 22

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Гүзәл Уразованың Өфөлә үтәсәк концерттары тап шулай тип атала. Сәхнәлә, ижадта, гастролдәрҙә һәм әлбиттә, халыҡ алдында. Был юлы Башҡортостандың халыҡ артисы йыр-моң һөйөүселәргә ун көнлөк күркәм тамаша әҙерләгән. Ошо хаҡта йырсы «Рәсәй» медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында һөйләне.

Гүзәл Уразова йыл һайын үҙ тамашасыһын үҙенсәлекле, юғары кимәлдә әҙерләнгән концерттары менән ҡыуандыра. Был юлы ла бай йөкмәткеле программа көтөлә. Гүзәл Уразованың тормош иптәше, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Хәкимов әйтеүенсә, 22-се ижад миҙгеленә арналған тамаша башҡа концерттарға бөтөнләй оҡшамаған яңы форматта әҙәрләнгән.

Башҡарасаҡ йырҙар араһында һәр кемдең күңелен арбаған халыҡсан йырҙар ҙа, хит булып танылғандары ла, өр-яңылары ла бар. Журналистар менән осрашыуҙа Гүзәл Уразова үҙ концертында Өфөнөң 450 йыллығына арнап яҙҙырылған һәм шунда уҡ һәммәһенең һөйөүен яулаған Өфө йүкәләре йыры ла яңғыраясаҡ, тип белдерҙе. Әйткәндәй, баш ҡала халҡының икенсе гимнына әүерелгән Өфө йүкәләре донъя чарттарында беренселеккә сыҡҡан һәм әле лә иң популяр йырҙар иҫәбендә. Концертта шулай уҡ Башҡорттандың халыҡ артисы Элвин Грей менән дә дуэт көтөлә.