Благовещенда Рәсәйҙәге иң ҙур маркетплейстың логистик комплексы эш башланы

Благовещенда Рәсәйҙәге иң ҙур маркетплейстың логистик комплексы эш башланы

Уға Радий Хәбиров старт бирҙе. Комплекс 90 мең квадрат метр майҙанды биләй. Әлегә уның беренсе һәм икенсе блоктары файҙаланыуға тапшырылды. Өсөнсөһөн 2025 йылдың башында сафҡа индереү планлаштырылған. Логистик комплекста бөтәһе 3 меңдән ашыу эш урыны булдырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, комплексты төҙөү буйынса башланғыс үткән йыл март айында «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды, ә августа төҙөлөштөң тәүге ташы һалынды.

Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе ҡаланың Александр Першин исемендәге 4-се һанлы мәктәбендә урынлашҡан пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү класын барып күҙе. Шулай уҡ Благовещен районында физкультура-һауыҡтырыу комплексының төҙөлөшө менән дә танышты. Әлеге ваҡытта бында инженер селтәрҙәрен һуҙалар, эске биҙәү эштәре башлаған. Объектты 2025 йылда сафҡа индереү планлаштырыла.