Юлай Ильясовҡа “Генерал Шайморатов” миҙалы тапшырылды

Юлай Ильясовҡа “Генерал Шайморатов” миҙалы тапшырылды

Башҡортостанда инвестиция өлкәһендә алтынсы йыл рәттән сәйәсәт уңышлы алып барыла. Республиканың сәнәғәт, ауыл хужалығы тармағында үҫеш күҙәтелә. Ошо турала Радий Хәбиров бөгөн, Хөкүмәттең оператив ултырышында белдерҙе.

Дүшәмбе ултырышында Көйөргәҙе хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа “Генерал Шайморатов” миҙалы тапшырылды. Муниципаль биләмә етәксеһе Рәсәй Ҡораллы көстәре менән килешеү төҙөп, йыл дауамында махсус хәрби операцияла булды. Хәҙер ул биләгән вазифаһында эшен дауам итә. Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына халыҡ мөрәжәғәтенә иғтибарлы булырға саҡыра. Был иртәгә, республика халҡы менән тура эфирҙа барасаҡ әңгәмәгә айырыуса бәйле. Башҡортостан етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, сараға граждандарҙан күп һорауҙар килгән.

Кәңәшмәлә ҡаралған йәнә бер мәсьәлә экология өлкәһенә ҡағыла. Комплекслы экология рөхсәте программаһына ярашлы, хәҙер предприятиелар һауаға сығарылған ҡалдыҡтарҙы айырым иғтибарға алырға тейеш. Ә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә килгәндә, Башҡортостан ошо йәһәттән билдәләнгән маҡсаттарҙы бойомға ашырасаҡ. Радий Хәбиров баҡсасылар форумында ла ҡатнашасағы тураһында әйтте.