Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль хеҙмәттәр етди иғтибар бүлә. Ниндәй ярҙам саралары бар һәм уны нисек юлларға?

Любовь һәм Валерий Власовтарҙың улы 2022-се йылда Махсус хәрби операцияға юллана. Уның барырға ниәте бар тип уйламаныҡ та ти яугирҙең әсәһе.

Любовь һәм Валерий икеһе лә инвалид. Мөмкинлектәре сикләнгән ололар сит кешеләр ярҙамына мохтаж.

Грета Шакирова яугирҙың ата-әсәһенә аҙыҡ-түлек килтергән. Ул бына инде 5 йыл «Изгелек» үҙәгендә социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ә Власовтар ғаиләһенә ярты йыл элек ярҙам итә башлаған. Мин белемем буйынса психолог, шуға ла ныҡ итеп кешеләргә ярҙам итергә яратам ти Грета.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ярҙамға мохтаж яҡындары «Изгелек» үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала. 286-51-07 номеры буйынса ярҙам һорап шылтыратырға мөмкин.

Ил тыныслығы өсөн көрәшкәндәрҙең яҡындарына 2022-се йылдан социаль ярҙам күрһәтеү программаһы эшләй.

Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына 40-тан ашыу төр ярҙам саралары булдырылған. Бынан тыш муниципалитеттар ҙа үҙ ярҙам программаларын булдырған. Белешмәләрҙе 122 һандары буйынса Ситуация ңҙәге аша ла алырға мөмкин.