Бөгөн Радий Хәбиров Республика халҡы мөрәжәғәттәренә тура эфирҙа яуап бирә. Ул киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляцияны республика телеэфирҙарында, шул иҫәптән Рәсәй-24 федераль һәм Башҡортостан 24 муниципаль каналдары күрһәтә, бынан тыш “Смотрим” медиаплатформаһында ла ҡарарға мөмкин. Мөрәжәғәтте бер нисә ысул менән — смартфондан йәки компьютер аша ебәрергә була. Телеграмм ботҡа һәм социаль селтәрҙәр аша һорауҙар ҡабул итеү дауам итә, шул иҫәптән тура бәйләнеш ваҡытында ла яҙырға мөмкин. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы ресурстарында трансляцияны сифатлы еткереү өсөн әҙерлек бара. Беҙҙең телевизион һәм интернет платформалар аша республикала һәм унан ситтә йәшәүсе һәр кемдең Республика Башлығы менән тура бәйләнеште ҡарау мөмкинлеге бар.
Тура бәйләнештә - Башҡортостан Башлығы
Тура бәйләнештә - Башҡортостан Башлығы