Медицина учреждениеһы менән бөгөн Башҡортостан Башлығы танышты. Үҙәк баш ҡалала һәм Өфө районында йәшәүсе балаларға беренсел ярҙам күрһәтәсәк. Өфө поликлиникаларын модернизациялау төбәк программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән медицина учреждениеһы йылына 289 мең баланы ҡабул итә ала. Ошо уҡ бинала 5-се балалар поликлиникаһы филиалы ла урынлашҡан. Бында педиатрия һәм диагностика бүлектәре белгестәре кескәй пациенттарҙы ҡабул итә. Төбәк Башлығы поликлиника эше менән танышты һәм табиптар менән аралашты.
Өфөлә балалар Амбулатор эндоскопия үҙәге эш башланы
Өфөлә балалар Амбулатор эндоскопия үҙәге эш башланы