Махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан Ауырғазы районы егете яу яланындағы хәлдәр һәм үҙенең кисерештәре хаҡында беҙҙең хәбәрселәр менән уртаҡлашты. Батыр йөрәкле замандаштарыбыҙҙың береһе тураһында.
Әйтерһең дә бер ни ҙә булмаған... һуғыш яланында алған яраларҙан һыҙланыу ҙа, унда күргән михнәттәр ҙә онотола... Атай-әсәй, туғандар, яҡын кешеләр янында шул тиклем рәхәт....
ХРУСТ позывнойлы яугир 2022 йылдың октябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Ауырғазы районы егете Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонды һайлай. Һаулыҡ буйынса армияла була алманым, Ватан алдында хәрби бурысымды үтәгем килде, ти ул.
Донъя ҡиммәттәре үҙгәрә, бөтөнләй икенсе кеше булып яҡындарың янына ҡайтаһың, ти Рөстәм Хәсәнов.
Бигерәк тә тыуған яҡтан ебәрелгән аш-һыу, тәмлекәстәрҙе көтөп алабыҙ, ти һалдат.
Әле яугир өсөнсө тапҡыр яраланып ҡайтҡан. Неонацистар баҫып алған бер нисә территорияны азат итеүҙә ҡатнаша. Бүләк ителгән УАЗ автомобилдәрендә яуҙаштарына аҙыҡ-түлек ташый, һәләк булғандарҙы һәм яраланғандарҙы һуғыш яланынан алып сыға. Батырлығы өсөн «Георгий тәреһе» менән бүләкләнә.
Хәрби хеҙмәткә тиклем водитель булып эшләгән Рөстәм 6 бала үҫтергән ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Ысын ир-егет Ватанды һаҡларға тейеш, улыбыҙ менән ғорурланабыҙ, ти яугирҙең ата-әсәһе.
Әле Рөстәм ҡулынан килгәнсә яҡындарына ярҙам итергә, яндарында булырға тырыша.
Ялға ҡайтҡан яҡташтарын ирекмәндәр ҙә шатланып ҡаршы ала. Килеп күренеп хәл-әхүәл белешеп, ниндәйҙер кәңәштәрен биреп китеүҙәре үҙе бер йыуаныс, ти улар.
ХАТТАБ позывнойлы һалдат та отпуска мәленә ҡайтҡан ваҡытта яу яланына посылкалар әҙерләгән инәйҙәр янына һуғылмайынса китмәй.
Һуғыш яланында, тормошҡа бөтөнләй икенсе ҡараш менән ҡарайһың, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белә башлайһың, ти яугир. Райондан киткән яҡташтарына район хакимиәте бар яҡлап ярҙам итергә тырыша.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар конвой ай һайын әҙерләнә. Уны вайымһыҙ булмаған ауырғазы халҡы һәм билдәле блогерҙар, эре ойошма етәкселәре йыя. Егеттәргә ете берәмектән ашыу махсус техника, шул иҫәптән мотоциклдар, кәрәкле запас частар, электр генераторҙары, инструменттар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр ебәрелә.