Өфө һауаһы саңдан таҙарҙы

Өфө һауаһы саңдан таҙарҙы

Быға һуңғы көндәрҙә яуған ҡар һәм ел булышлыҡ итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ үткән аҙнала республикалағы бер нисә ҡалала саң томаны күҙәтелде. Белгестәр уның миҡдары норманан 9 тапҡырға артыуын теркәгән. Сәбәптәрен хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина асыҡланы.

Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында йәшәүселәр көҙҙөң һуңғы көндәрендә ошондай кңренеш шаһиты булды. Томан һәм ғәҙәти булмаған еҫ күптәрҙәе аптырашита ҡалдырҙы. Күпләп мөрәжәғәттәрҙән һуң Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында тикшереү башлағандар.

Өфөнөң Вологодская урамында урынлашҡан станцияға белгестәр даими рәүештә һауалағы мәтдәләр үҙгәрешен күҙәтер өсөн килә. Бындағы үҙенсәлекле ҡоролмалар тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Был станциялағы мәғлүмәт шул уҡ ваҡытта серверға ебәрелә һәм белгестәр тарафынан эшкәртелеп ул Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтына һалына.

Сервер аша тикшереп булмаған матдәләрҙе Башҡортостандың Дәүләт аналитика контроле идаралығы бинаһында урынлашҡан лабораторияла ҡарайҙар. Белгестәр килтерелгән һауа, ер, һыу өлгөләрен махсус заман технологиялары ярҙамында тикшерә һәм анализ һөҙөмтәләрен Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ебәрә.

Күреүегеҙсә үҙе тәбиғәт экологтарға ярҙамға килә. Ҡар яуыу, ел йүнәлешенең үҙгәреүе арҡаһында һауала зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән кимәленән артыуы күҙәтелмәй ти белгестәр.

Ноябрҙың һуңғы аҙнаһында республикабыҙҙың төп сәнәғәт ҡалалары Стәрлетамаҡ Һәм Салауат ҡалаларында Көкрт водороды, ә Өфөлә аммиактың тейешле кимәленән артыуы теркәлгән. Киләһе көндәрҙә бындай хәлдең тағы ла булыуын йә булмауын ваҡыт ҡына күрһәтер.