Республика башлығы бер төркөм эшселәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Был тармаҡта фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн 70 кеше бүләкләнде. Сәнәғәт тулайым төбәк продуктының 40% тәшкил итә. Әле илебеҙ ауыр ваҡыттарҙы кисереүгә ҡарамаҫтан Башҡортостан сәнәғәтселәре сифатлы продукция етештерә. 3 йыл рәттән беҙҙең республика сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингында һәм индустриаль парктар һаны буйынса беренселәр рәтендә килә тине үҙ сығышында Радий Хәбиров.
Бүләкләнеүселәр араһында «Туймазытехуглерод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Фәүзир Тимербулатов та бар. Ул Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған химигы исеменә лайыҡ булды.