Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре нығынып өлгөрмәгән боҙға сығыу осраҡтарын иҫкәртә. Һуңғы көндәрҙә генә 5 кеше боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Ә Ҡариҙел районында йоҡа боҙға сығып фажиғәгә тарыған ирҙең эте дүрт тәүлек буйы уны көткән. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетында.
Белка ҡушаматлы эт, үҙенең тоғролоғо арҡаһында бөтөн Рәсәйгә билдәле булды. Ҡайһы берәүҙәр уны хатта башҡорт Хатикоһы тип тә йөрөтә.
Тәтрендергес ваҡиға 24 ноябрҙә була. 59 йәшлек Николай Колончук юлды ҡыҫҡартыу маҡсаты менән ныҡлап боҙ менән ҡапланмаған Ҡариҙел йылғаһы аша велосипедта ңтергә була. Ярға 100 метр ҡалғас, боҙ ярыып ул бер нисә секунд эсендә һыу эсендә ҡала. Ир 40 минут самаһы һыуҙан сығырға маташа ти шаһиттар. Урындағы халыҡ ирҙе ҡотҡарырға тырыша, әммә йоҡа боҙға сығыу мөмкинлеге булмай. Ирҙең туғаны был хәлде ишетеп, тиҙ арала килеп етә һәм олатаһын ҡотҡарырға ташлана.
Күҙ алдында боҙ аҫтында киткән ирҙе ҡотҡарыусылар 4 көн буйы эҙләй. Был урын Николай Коланчук өсөн бәхетһеҙ урын булып сыға.
Ошо уҡ урында 2003 йылда ир ҡатыны һәм дуҫы менән кәмәлә әйләнә. Ул ваҡытта ирҙе ҡотҡарып өлгөрәләр, әммә ҡатыны менән дуҫы вафат була.
Ирҙең тәнен һыуҙан сығарғансы тоғро эте 4 көн буйы яр буйында ултыра һәм бер ниндәй өгөтләүҙәр меәнән дә урынынан китмәй. Хәҙер Белка күршеләрендә йәшәй. Валерий Бондаренко әйтеүенсә, эт һаман да хужаһын көтә.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә 17 ноябрҙән алып республикала 6 кеше йоҡа боҙ арҡаһында һыуҙа батҡан, ҡыҙғанысҡа шуларҙың береһен генә ҡотҡарып өлгөргәндәр. Көндәр йылы торғанлыҡтан Башҡортостанда “Йоҡа боҙ” операцияһы дауам итә.
Йоҡа боҙ уйын урыны түгел, быны инҡар иткәндә кәм тигәндә лә 2-3 мең һумлыҡ административ штрафҡа ла эләгергәмөмкин. Ә бына ярылған боҙҙан ҡотолоу сараһы ҡалмауы ла ихтимал.