Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә 9 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә 9 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән

Радий Хәбиров 4 сәғәттән ашыу дауамында халыҡ һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙе. Бюджет өсөн ауыр йыл килә, Әр-Рәхим мәсете, Салауат Юлаев һәйкәле яҙмышы, Махсус хәрби операция ветерандарының киләсәге һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә билдәле һәм көтөлмәгән яуаптар яңғыраны. Тулыраҡ Ғәзиз Лоҡманов репортажында.

Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылында йәшәүселәр хәҙер йорттарында эсәр һыу менән ҡуллана ала. Оҙаҡ йылдар борсоған проблемаға улар үткән йыл Республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында иғтибар итеүҙе һорағайны.

Стәрлебаштар ҙа емерек хәлгә төшкән берҙән-бер бассейнды ремонтлауҙы һорап Радий Хәбировҡа видеояҙма ебәргәйне. Бер йыл да үтмәй мәсьәлә хәл ителде.

Юл, транспорт, инфраструктура, торлаҡ-коммуналь мәсьәләләр ҙә быйылғы мөрәжәғәттәрҙең 90 процентлабын тәшкил итә. Өфөләрҙең баш бәләһенә әүерелгән Кузнецов Затонында реконструкция ни өсөн оҙаҡҡа һуҙыла тигән һорау менән урында йәшәүселәр сыҡты.

2025 йылда баш ҡаланың Высотная һәм Рабкоров урамдарындағы реконструкция ла тамамлана, ә бына туристик нөктәгә әйләнергә тейешле Октябрь революцияһы урамы ҡасан яңы төҫ аласағын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Техас булмаһа ла, Өфөлә транспорт мәсьәләһе әле лә киҫкен ҡала. Мәскәү трамвайҙары һәм улар өсөн юл селтәрен яңыртыу хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәретер тигән ышаныс белдерҙе Радий Хәбиров.

Ил өсөн иң мөһиме — махсус хәрби операция, ә Башҡортостанға яуҙағы яҡташтарға, туғандарына ярҙам, яралыларға реабилитация. Рәсәй Президенты Өфөгә “Рәсәй – спорт державаһы” форумында ҡатнашыу өсөн килгән ваҡытында, кортежда аралашҡан арала ла һөйләшеү ошо хаҡта булды тип серен асты Радий Хәбиров.

Яуҙа хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҡындарына айырыуса ауырға төшә, улар күп социаль ярҙам менән файҙалана алмай. Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға сараларҙы табырға ҡушты.

Алғы һыҙыҡтан менән “Сват” хәрби ҡушаматлы яугир видеосәләм юллап Башҡортостанда етешетерлгән ФПВ дрондар өсөн рәхмәт белдерҙе.

Махсус хәрби операция, санкциялар, КОВИД. Радий Хәбиров Республика Башлығы вазифаһында эшләгән дәүеренә һаба биреүҙе халыҡ иңенә ҡалдырҙы. Шулай ҙа ауыр осорға тура килеүен йәшермәне.

Цунами уҡ булмаһа ла алда Башҡортостан өсөн ҡатмарлы йыл килә. Был бюджетҡа бәйле.

Шулай ҙа ағымдағы йылды республика инвестиция буйынса бик яҡшы һөҙөмтә менән тамамлай. Ул былтырғынан 25 процентҡа юғарыраҡ. Мәҫәлән, Волга буйы федераль округында уртаса 8 процент ҡына. Күп кенә мәсьәләләрҙә, бигерәк тә социаль проекттарҙа эре компанияларға өмөт. Әйткәндәй республика Башҡорт сода компанияһы акцияларынан ҡолаҡ ҡаға тигән имештәргә ышанмаҫҡа кәңәш итте.

Хеҙмәт көстәрен тулыландырыу өсөн мигранттар йәлеп итеү, быға бәйле проблемалар артыуы башҡа төбәктәрҙә актуаль булһа ла Башҡортостанда ул киҫкен тормай тине төбәк етәксеһе. Беҙҙә халыҡ толерант һәм уртаҡ дин бәйләй беҙҙе. Ә бына сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә иғтибар етеңкерәмәй. Хеҙмәттәшебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллиндың киләһе аҙнала үтәсәк мөһим сара – Бөтә донъя башҡорттарының алтынсы Ҡоролтайына бәйле һорауына яуап биреп Радий Хәбиров сит төбәктәрҙәге башҡорт мәктәптәренә үҙенең иғтибарын “өслөгә” баһаланы.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау буйынса ентекле анализ бирҙе радий Хәбиров. Әле генә Мәскәүҙән экспертиза һөҙөмтәләре килеүен анонслап эштәр йыл ярымға һуҙыласаҡ тип күҙалланы ул.

Өфөләге Әр-Рәхим мәсете яҙмышына бәйле һорау йәнә лә яүғыраны. Декабрҙә тулы экспертиза һөҙөмтәләре килә. Нигеҙе, диуар һәм манараһы яҡшы торошта, ә япмаларҙы алмаштәрәрға кәрәк. Киләһе йыл йылылыҡ үткәреү ниәте, ә төҙөлөш ҡасан тамамлан тигән һорауға яуап былай.

Журналистарҙы ҡыҙыҡһынндырған һәм төрлө имештәргә нигеҙ булған төп һорауҙарҙың береһе әлбиттә хөкүмәткә бәйле ине. Һайлауҙарға 3 ай үтте, ә министрҙар кабинеты билдәләнмәгән. Радий Фәрит улы тынысландырып ғәйбәттәргә ышанмаҫҡа кәңәш итте.

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡтыында 9 меңгә яҡын һорау ҡабул ителгән. Уларҙың һәр береһе тикшерелеп, тейешле яуап аласаҡ тип вәғәҙәләне Радий Хәбиров. Мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү тура эфир ваҡтыында уҡ башланды.