Өфөлә полиция үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай

Өфөлә полиция үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай

Фажиғә Сельская Богородская урамында була. "Киа" автомобилендә иҫерек водитель юл-патруль хеҙмәте инспекторын төкөгән, аҙаҡ ҡаршы килгән "Ниссан" менән төкөшкән. Полиция хеҙмәткәре "Шкода" һәм "Рено" ҡатнашлығындағы икенсе юл аварияһын теркәп торған була. Юл-транспорт ваҡиғаһында Шкода пассажиры реанимацияла йән бирә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Тағы бер авария Октябрь проспектында була, унда 5 автомобиль бәрелешә. "Лада" водителе светофорҙа туҡтаған "Пежо" һәм НефАЗ автобустарына арттан килеп төкөй. Пассажир транпорттары тағы ике еңел машинаны эләктерә. Авария һөҙөмтәһендә НефАЗ пассажиры башы йәрәхәтләнеп дауаханаға оҙатылған.