Башҡорт милләтен һындырып булмаясаҡ

Башҡорт милләтен һындырып булмаясаҡ

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының алтынсы съезды милләтебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа үтә. Был турала Радий Хәбиров Республика Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе.

“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибәтуллиндың һорауына яуап биреп республика Башлығы сит төбәктәрҙәге башҡорт мәктәптәренә үҙенең иғтибарын “өслөгә” баһаланы. Ә сит илдәрҙә йәшенеп ятып башҡорттар араһында ҡотҡо таратырға тырышыусыларҙың яман уйы барып сыҡмаясаҡ, сөнки беҙҙе һындырып булмай тине Радий Хәбиров.