Баш ҡалала Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә бөгөн 10-сы Бөтә Рәсәй юридик форумы уҙа. Юбилей форумының пленар ултырышы «Урындағы үҙидара органдарын формалаштырыуҙың төп принциптары һәм компетенциялары» темаһына арналды. Уның сиктәрендә илдең алдынғы юристары мөһим мәсьәләләр буйынса тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙе тикшерҙе, урындағы үҙидара органдарының эш принцибы хаҡында фекер алышты.
Өфөгә бөтә рәсәйҙән юристар йыйылды
Өфөгә бөтә рәсәйҙән юристар йыйылды