Урмансылар паркына яңы һулыш

Урмансылар паркына яңы һулыш

Өфөлә күптәрҙең яратҡан ял паркы асылды. Яңыртылған биләмәне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров барып күрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, парк “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелде. Объект сентябрь айында уҡ тапшырылырға тейеш ине. Яңыртылған ял урынын беҙҙең хәбәрселәребеҙ ҙә барып күрҙе.

Был биләмә  — ысын мәғәнәһендә ҡала уртаһындағы урманды хәтерләтә. Исеме лә есеменә тура килә. Урмансылар паркы ярты быуат элек барлыҡҡа килгән һәм быға тиклем бер тапҡыр ҙа яңыртылмаған. Төҙөлөш һөҙөмтәһен Радий Хәбиров үҙе баһаланы.

Реконструкция бында яҙҙан уҡ башланғайны. Төҙөлөш йәй буйына барҙы, Сентябрьға тамаманыр эш, декабрьға тиклем һуғылды.

Спорт блогында трибуналы ҙур һәм бәләкәй футбол, ике волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары урын алған. Күнекмәләр өсөн айырым асыҡ тренажер зона булдырылған.

Урмансылар паркын төҙөкләндереү тураһындағы мәсьәлә өс йыл элек үк күтәрелгәйне. 2021 йылдың йәйендә төбәк етәксеһе республика ҡалаларындағы оҡшаш биләмәләр төҙөлөшө менән танышып сыҡты.

Балалар майҙансығы бер-нисә тапҡырға ҙурайтылып, үҙенә хатта яңы исем алған. Ул төрлө йәштәге балалар өсөн проектланған, уйын ҡорамалдары йәш төркөмдәре буйынса зоналарға бүленгән. Дизайнерҙар майҙансыҡтың һәр детален урман структураһына килешерлек итеп, ағастан эшләнгән ҡорамалдарға алмаштырған.

Реконструкция “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә бойомға ашырылды. Проект Өфө халҡы теләктәренән сығып төҙөлгән. Барыһын да борсоған төп һорау — ағастар яҙмышы.

Бер генә һуҡмаҡ та үҙ траекторияһынан тайпылмаған. Юл-һуҡмаҡ йүнәлештәре шул килеш ҡалған. Киләсәктә Урмансылар паркы биләмәһендә зоопарк булдырыу ҙа күҙаллана. Әлеге ваҡытта проект өҫтөндә эш алып барыла.

Әлегә был пландар ғына. Радий Хәбиров әйтеүенсә, күптәрҙең яратҡан ял биләмәһендә 3 йылдан ҡаланың беренсе зоопаркы асыласаҡ. Алда әле күләмле эш көтөлә.