Өфөләге авария хәлендәге йортта йәшәүселәр баш ҡала чиновниктарының битарафлығынан ыҙалай. Бер йыл инде ғүмер өсөн хәүефле баракты күсереү буйынса суд ҡарары үтәлмәй. Ә Өфө үҙәгендә йәшәүселәр көн һайын стеналарҙа яңы ярыҡтар күҙәтә, шулай уҡ фатирҙарҙа йылы булһын өсөн утын запасы тупларға мәжбүр. Тулыраҡ киләһе материалда.
Йортта эҫе батареялар юҡ, әммә мейес бар. Иң мөһиме-уны тоҡандырырға көс кенә булһын.
Һалҡын ҡыштарҙа өй усағын йылытып, иҫке мейес ғаилә бюджетын да һиҙелерлек кәметә. Йыл һайын өс йөк утын алыуы ҡала бик ҡиммәткә төшә.
Тәҙрә төбөндәге штукатурканы ла көнөнә ике тапҡыр һөртөп алырға тура килә. Түбә һәм стеналар буйлап ярыҡ киңәйә. Ул күҙгә күренеп ҙурая ти икенсе төркөм инвалиды Фираза Шафиҡова
Әммә күпме генә һыланмаһын, барыбер үтә. Был ярыҡтан тыш күренеп тора. Таушалған иҫке йортто 2019 йылда уҡ авария хәлендә тип таныйҙар. Ә Ринат Шафиҡов әйтеүенсә, уның шул тиклем оҙаҡ тороуын мөғжизә тип кенә иҫәпләргә мөмкин.
Зөлфиә Гәрәева өсөн был йорт бәләһе икеләтә проблемалар тыуҙыра. Уның етем ҡалған ейәне ҡарайған түбәләргә ҡарап үҫә. Алты йәшлек Иринаға киләһе йыл мәктәпкә барырға ваҡыт. Урындағы опека органдары балаға тейешле йәшәү шарттары булдырға ҡуша.
Бүлмәгә оҡшаған фатирҙарҙың өстән ике өлөшөндә генә кеше йәшәй. Ҡалған хужалар торлаҡты икенсе урында ҡуртымға алырға мәжбүр. Рафаэль Мифтахов ҡалырға шат булыр инем, ти, әммә ремонт ваҡытында түбәләр емерелеп төшә башлай. Буш фатирҙа тормош дауам итә, әммә кеше түгел, ә бәшмәктәр өсөн генә.
Был фразаны 2-се дыуан тыҡрығындағы йортта йәшәүселәр йыш әйтә. Бөтәһе лә күсереүҙәре тураһында хыяллана.
Шуныһы сәйер, ҡала хакимиәтендәге рәсми яуапҡа ышанһаҡ, күсереү пландары бик күптән бара.
Ә ысынында инде бер йыл элек үк күсерергә тейеш булғандар. Был турала хатта суд ҡарары ла бар, уға ярашлы Өфө хакимиәтенән күсенеү ваҡытын билдәләргә һәм ул 2023 йылдың аҙағынан да һуңға ҡалмай башҡарылырға тейеш була. Күрәһең, ҡала шулай эшләгән дә. Тик документта ғына. Баҡтиһәң, шулай ҙа була икән. Был йорттоң яҙмышы менән бөгөн прокуратура ҡыҙыҡһына.
Судтың ыңғай ҡарарынан һуң 6 ай эсендә үк йорттан кешеләрҙе күсерергә тейеш булалар. Ғәмәлдә 8-се йорт мәсьәләһе яғын арала хәл ителмәйәсәге көҡн кеүек асыҡ. Мөғжизә генә булмаһа. Шулай ҙа авария хәлендәге торлаҡ хужалары был мөғжизәгә ышанып, һыуыҡ һәм хәүефле йортта йәшәүен дауам итә.






