Яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам булырға тейеш

Яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам булырға тейеш

Радий Хәбиров ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә ҡатнашты.

Унда округ төбәктәре башлыҡтары менән мөһим ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам, милли проекттарҙы, шул иҫәптән 2025 йылда эшләй башлаясаҡ яңыларын тормошҡа ашырыу. Шулай уҡ ҡышҡы миҙгелде аварияһыҙ үткәреү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, балалар һәм йәштәр менән тәрбиәүи эш алып барыу мәсьәләләре ҡаралды.