Йыш ҡына тап инвалидлығы булып та тулы тормош менән йәшәгән кешеләр миҫалы сәләмәт кешеләргә өлгө һәм йәшәүгә ынтылыш булып тора. Шундай замандаштарыбыҙҙың береһе Алексей Старков. Ул бөгөн Махсус операциянан яраланып ҡайтҡан яугирҙәргә яҡын дуҫ һәм ҙур ярҙамсы.
Алексей СтаркОв һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең береһе. Йәш сағында ул поезд аҫтында аяҡһыҙ ҡала. Шул ваҡыттан алып ир протез менән йөрөй. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында.
Алексей СтаркОв бына инде 17 йыл протез ярҙамында хәрәкәт итә. Шуға ҡарамаҫтан ул предприятиела эшләй, хатта таксиға сығып өҫтәмә килем ала. Өҫтәүенә, Алексей Башҡортостандың йөҙөү буйынса йыйылма командаһы ағзаһы һәм ул ике тапҡыр республика чемпионы.
Инвалид булыу Алексей Старковҡа ғаилә ҡорорға ҡамасауламай. Ҡатыны менән улар ике ул үҫтерә.
23 йәшендә ир тимер юлы станцияһында ике аяғынан мәхрүм ҡала. Пассажир поездының 5 вагоны Алексейҙы тапап үтә.
Әлеге ваҡытта Алексей үҙе кеүектәргә ярҙам итә – махсус протездар булдырған ойошмала эшләй.
Көн һайын эшенә барғансы һәм унан һуң такси хеҙмәтендә бер нисә заказды үтәп өлгөрә. Протезлы булып та машина йөрөтөргә тиҙ күнектем ти ул.
Алексей үҙ миҫалы һәм әүҙем тормош рәүеше менән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән күп таныштарын да илһамландыра. Әлеге ваҡытта реабилитация үткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йыш ҡына Алексейға мөрәжәғәт итә.
Алексей Старков үҙе лә төшөнкөлөккә бирелмәй һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ла тормошта үҙ урыныңды табырға, яҡындарыңа ярҙам итергә, спорт йә ижад менән шөғәлләнергә кәңәш итә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн республикала бушлай дарыуҙар, шифаханаларҙа ял итеү, йәмәғәт транспортына льготалар кеүек социаль ярҙам саралары эшләп килә.






