Йылы урынына ысын ҡыш килә

Йылы урынына ысын ҡыш килә

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа температураһы нормаға яҡынлаша, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

«Календарь буйынса ҡыш башланғас, республикала бөтә ерҙә лә ҡар ятты, ә бына температура ҡышҡы түгел, — тип белдерҙе синоптиктар. — Йылы һауа массалары тәьҫирендә һауа температураһының норманан 5-7 градусҡа юғарыраҡ булыуы күҙәтелә. Аҙнаның икенсе яртыһында һауа шарттары үҙгәрә». Бөгөн, 5 декабрҙә, епшек ҡар яуа, боҙлауыҡ көтөлә. 6 декабрҙә һауа температураһы төндә -8, -13, аяҙытҡанда -18 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ — -5, -10 градусҡа тиклем һалҡын. Ял көндәрендә республикала төндә -10, -15, аяҙытҡанда -17, -22, көндөҙ -7, -12 градус һалҡын булыуы күҙаллана.