Республиканың иң билдәле һәм хөрмәтле театрҙарының береһе 1971 йылдан алып Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, фольклорсы һәм драматург Мәжит Ғафури исемен йөрөтә. Юбилей кисәһендә уның әҫәре буйынса ҡуйылған “Ҡара йөҙҙәр” спектакле уйналды.
Был матур кистә театрға хеҙмәт иткән бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалманы. Сөнки театр бина тупһаһын башлана. Бына улар 105 йыллыҡ бай тарихы булған театрҙың бөгөнгөһөн булдырыусылар. Һәр кем үҙ урынында һәм үҙ эшенең оҫтаһы.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова халыҡ һөйөүен яулаған бер нисә актерға Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән юғары исемдәр тапшырҙы. Шлай уҡ театр хеҙмәткәрҙәре хөкүмәт наградалары менән бүләкләнде. Әлеге көндә театр ил кимәлендә юғары билдәлелек алған милли коллективтарҙың береһе. Ижади коллективты ҙур юбилейы менән ҡотлау өсөн республиканың барлыҡ театрҙары вәкилдәре лә килде.
Бөгөн коллектив 105 йыл дауамында булдырылған матур, үҙенсәлекле, тәрән театр мәктәбен һаҡлай, дауам итә һәм үҫтерә. Әлеге репертуар тамашасыларҙың талабына, зауығына хуш килерҙәй төрлө жанрлы спектаклдәрҙән тора. Театр тормошона иң ҙур йоғонто яһаусы ул әлбиттә баш режиссер.
Театр көндән-көн үҙ маҡсаттарына ирешеп, бөтөн Рәсәй тамашасыһының күңелен яулауын дауам итә.
Бөгөнгө кистә Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Мәжит Ғафуриның әҫәре буйынса ҡуйылған Ҡара йөҙҙәр спектакле 100 мәрттәбе ҡуйыла. Был спектакльдең үҙенсәлектәренең береһе тамаша залы менән сәхнәнең алмашыуында.
Билдәле әҫәрҙең нигеҙендә Совет идеологиялары. Бер быуатҡа яҡын элек яҙылһа ла уны режиссер Айрат Абушахманов бөгөнгө көндә актуаль булған проблемаларына таянып сәхнәләштергән. “Ҡара йөҙҙәр” спектакле Башҡорт академия драма тетры репертуарынан 10 йыл буйы төшмәй. Спектаклдең төп геройҙарын Ғәлимә менән Закирҙы Башҡортостандың атҡаҙан артистары Артур Кәбиров һәм Гөлнара Ҡаҙаҡбаева башҡара.
Ҡара йөҙҙәр спектакле 2014 йылда "Алтын битлек" фестивалендә костюмдар буйынса рәссамдың иң яҡшы эше номинацияһын ала. Юбилей көнөндә тамашасыларға уның тәҡдим ителеүе осраҡлы түгел. Сөнки Мәжит Ғафури тап “Ҡара йөҙҙәр” әҫәре өсөн иң беренсе булып Башҡортотстандың халыҡ шағиры исемен ала.