Уҙған ял көндәрендә республикала һыуытты.
Мәҫәлән, Әбйәлил районының Хәмит ауылында һауа температураһы төндә минус утыҙ биш градусҡа тиклем түбәнәйгән. Аҙна башында синоптиктар сатлама һыуыҡтар булмаясаҡ тип фаразлай. Бөгөн Өфөлә көндөҙ минус биш — ун градус булһа, төндә ун бишкә, урыны менән ун һигеҙ градусҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөм көтөлмәй. Алдағы көнгә һауа торош менән сығарылыш һуңында таныштырырбыҙ.






