Башҡорт телевидениеһына 65 йыл

Башҡорт телевидениеһына 65 йыл

Заман һулышын, көндәлек тормошто миллионлаған тамашасыға һөйләүсе, йәмәғәт тормошон даими һәм туҡтауһыҙ яҡтыртыусы матбуғат сараһы республика тарихының айырылғыһыҙ өлөшө.

Башҡорт телевидениеһы тарихының беренсе аҙымы – 1956-сы йылдан башлана. Тап ошо осорҙа төҙөлгән һәм бейеклеге 192 метрға еткән телевизион вышка менән 3 ҡатлы бинаға барып тоташа уның яҙмышы. Тәүге эфир 1959-сы йылдың яңы йыл төнөнә тура килә. Даими тапшырыуҙар менән башҡорт телевидениеһы эфирҙа 1959-сы йылдың беренсе мартында эшен башлай. Хәҙер 65 йыл дауамыныда уны тыңлаусы ла, уны ҡараусы ла уны яратыусы ла бар.

Башҡорт телевидениеһының 65 йыллығына бағышланған тантаналы ултырыш хеҙмәттәштәр осрашыуы ғына түгел. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрындағы кисә быуындар бәйләнешенә миҫал. Был эшкә генә ҡағылмай. Телевидениела башҡорт халыҡ ижады, йыры һәм көйө тураһында бихисап тапшырыуҙар авторы Юлай Ғәйнетдиновтың һәр һүҙе хазинаға тиң.

Башҡорт телевидениеһының башҡа студиялар менән айырмалығы  — уның халыҡсанлығында ғына түгел. Тап ул тел таҙалығы һәм документалистикаға нигеҙләнгән матбуғат сараһы. Исемдең есемгә тап килеүе – тиҫтәләрсә йыллыҡ тәжрибә.

65 йыл дауамында телевизор экрандары аша һәр кемгә таныш булған йөҙҙәр, улай ғына түгел, ә тауыштары менән халыҡ һөйөүен, ышанысын яулаған дикторҙар. Һәр алып барыусы менән мөғәләмә, һәр тамашасыға йылы һүҙ. Башҡорт телевидениеһы бөгөн үҙ традицилары, үҙ йолалары һәм үҙ ҡағиҙәһенә тоғро ҡалыусы канал. Уртаҡ эштә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән коллегаларыбыҙ бөгөн беҙҙең арала, тамашасы хәтерендә.

Башҡорт телевидениеһының 65 йыллығына арналған кисәнең Башҡортостандың төп сәхнә майҙандарының береһендә – опера һәм балеттеатрында уҙғарылыуына аңлатма ла бар. Академия тетары исемен йөрөткән бинала хәҙер үҙе академик кимәлгә күтәрелгән башҡорт телевидениеһы ғына ошондай осрашыуҙар үткәрергә хоҡуҡлы. 65 йыл дауамында туҡтауһыҙ, тәүлек әйләнәһенә эшләгән каналда, экрандарҙа күренмәгән, әммә хеҙмәте менән ошо экрандағы алып барыусыларҙың яҡын дуҫтары – режиссерҙар, операторҙар, тауыш режиссерҙары – тотош коллективтың ышаныслы терәге

Ул һөйләй ҙә, көйләй ҙә, йырлата һәм бейетә лә, халыҡтың һүҙен еткерә лә һәм мәсьәләләрҙе лә хәл итә. 65 йәшен туйлаған башҡорт телевидениеһының хәҙер яңы үрҙәргә ынтыла. Ынтылыш менән бергә төп вәғәҙәһе – тамашасыһы менән бергә ҡала башҡорт телевидениеһы яңы быуатта.