Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин сәнғәт өлкәһендәге юғары наградаларҙың береһе — «Алтын битлек» премияһын алды.
Ярты быуаттан ашыу ғүмерен ижадҡа бағышлаған яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшен билдәләне. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың юбилейына арналған тантаналы сара уҙҙы. Ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының тере легендаһы. Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә ҡурсаҡ театрҙары үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхес. Тамашасылар уның виртуоз эшен, иҫ киткес органикаһын һәм ҡурсаҡ йөрөтөү оҫталығын һоҡланып күҙәтә, улар күп йылдар дауамында тамашасыларҙы хайран ҡалдыра.






