Бөгөн Рәсәйҙә Ватан геройҙары көнө билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә Ватан геройҙары көнө билдәләнә

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, беҙгә бик ҡатмарлы осорҙа — геройҙар дәүерендә йәшәргә тура килә. Батыр йөрәкле яугирҙәребеҙ үҙ именлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡайһы осраҡта ғүмерҙәрен аямай Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлай. Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостанда тыуып үҫкән 12 яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булды. Үкенескә күрә, ҡайһы берәүҙәре үҙ ғүмере хаҡына. Радий Хәбиров хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр яугир — 80 йыл элек донъяны фашистарҙан азат иткән олатайҙарыбыҙҙың лайыҡлы вариҫтары тип берледҙе һәм рәхмәт уларға белдерҙе.