Өфөлә Махсус хәрби операция ветераны дрондарға ҡаршы көрәш системаларын етештереүҙе яйға һалған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алғы һыҙыҡҡа 700-ҙән ашыу берәмек радиоэлектрон техника ебәрелгән. Бынан тыш, күптән түгел хеҙмәткәрҙәр пилотһыҙ катер йыйған.
Тауыш сигналындағы үҙенсәлекле шау-шыу приборҙың дөрөҫ йыйылғанын һәм махсус хәрби операция зонаһына ебәреүгә әҙер булыуын дәлилләй. Бәләкәй ҡумтаның эсендә пилотһыҙ осоу аппараты, радиоэлемтәне һәм бәйләнеш селтәрҙәрен радиоэлектрон сикләү комплексы урынлашҡан. Система 1 километр ярым радиуста дронды табырға һәм танырға һәләтле. Һөҙөмтәлә дрон йә ҡолай, йә кире үҙ позицияһына ҡайта.
Бындай РЭБ-тарҙы (радиоэлекторон көрәш ) алғы һыҙыҡта ғына түгел, ә күп кеше йыйылған майҙансыҡтарҙы йәки кешеләр йәшәгән урындарҙы һаҡлау өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Компанияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Антон Теплов, Махсус операция зонаһында хеҙмәт иткәндән һуң ошондай аппараттар эшләү менән шөғөлләнә башлый. Былтыр ауыр яраланғандан һуң ул өйөнә ҡайтырға мәжбүр була.
Компания хеҙмәткәрҙәре комплекстарҙы йыйыуға Башҡортостан архитектура-төҙөлөш колледжы студенттарын да йәлеп итә. Урта махсус уҡыу йортонда улар "ятҡылыҡтарҙы разведкалау өсөн пилотһыҙ осоу аппараты операторы" һөнәре буйынса уҡый, ә бында алынған белемде ғәмәлдә нығыта. Уларҙың бурысы-бөтә сымдарҙы дөрөҫ урынлаштырыу, монтажлау һәм тоташтырыу.
Етештереү яйға һалынғандан алып илдең 34 төбәгенә 700-ҙән ашыу мобиль радиоэлектрон көрәш комплексы ебәрелгән.
Киләсәктә йүнселдәр эре предприятиеларҙы хеҙмәтләндерергә тигән маҡсаттар ҡуя. Сөнки объекттарҙы дрондарҙан һаҡлау өсөн комплекслы система булдырырға кәрәк.
Компанияның башҡа асыштары ла бар. Ярты йыл самаһы элек хеҙмәткәрҙәр пилотһыҙ катер йыйған. Уның менән пульт ярҙамында ла, картала бирелгән маршрут буйынса ла идара итергә була. Ә кәмәлә ҡуйылған камера тирә-яҡтағы хәлде күҙәтергә мөмкинлек бирә. Катерҙың айырым төрҙәре 250 километрға тиклем туҡталышһыҙ юл үтә ала. Уны йөк ташыу йәки кешеләрҙе эвакуациялау өсөн, шулай уҡ профессиональ ҡотҡарыусылар эшендә лә ҡулланырға мөмкин ти проект авторҙары.