Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Әсҡәт Минғәзетдинов ошо көндәрҙә үҙенең 100 йәшен билдәләне. Фронтҡа ул 17 йәшендә инә. 4 тапҡыр ҡаты яралана. Һуғыш Әсҡәт Асҡар улы өсөн 44-се йылдың көҙөндә тамамлана. Еңеүҙе ул госпиталдә ҡаршылай. Яралар ни тиклем ҡаты булмаһын, һәр осраҡтан һуң табиптар мине яңынан аяҡҡа баҫтырҙы, тип һөйләй ветеран.

Минғәзетдиновтар ғаиләһен 11 балаһы менән Чита өлкәһенә һөргөнгә ебәргәндә Әсҡәт Асҡар улына 6 йәш була. Эсер һыуһыҙ, наҡыҫ ҡына аҙыҡ менән, кеше шығырым тулы поезда барғанда иң бәләкәйҙәре –Атлас һәләк була.

Йәшәү өсөн бөтөнләй шарттар булмаған Чита өлкәһендә 4 йыл йәшәгәндән һуң, ғаиләне Красноярск крайына күсерәләр. Шунда 9 классты тамамлай. 1941 йылда 17 йәшлек Әсҡәтте Армияға алалар һәм Мәскәү хәрби-инженер училищеһына уҡыуға ебәрәләр. Уҡыуҙы тамамаларға насип булмай. 42 йылдың яҙында Әсҡәт Мирғәзетдинов уҡсылар дивизияһының разведка взводы менән фронтҡа килеп инә.

Татарстандың Бөгөлмә ҡалаһында тыуып, Чита, Краснодар крайында йәшәгән Әсҡәт Мингазатдинов ни эшләп Өфөгә килеп эләккән.

Өфө егете менән бер ҡалала йәшәргә һүҙ ҡуйышалар, ә кем тере ҡала шул һәләк булған дуҫының ата-әсәһен табып, күрешергә тейеш була.

Әсҡәт Минғәзетдинов госпиталдә оҙаҡ ята, тулыһынса аяҡҡа баҫҡас Өфөгә килә, дуҫының ата-әсәһен эҙләп таба. Яралар ни тиклем ауыр булмаһын, һәр осраҡтан һуң табиптар мине яңынан аяҡҡа баҫтырҙы, табип һөнәрен һайлауыма ҡаһарман табиптар сәбәпсе булды, тип һөйләй ветеран.

Өфөлә ғаилә ҡора. Ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Юғары категориялы табип. Кандидат диссертацияһын яҡлай, Оҙаҡ йылдар Өфө медицина университетында уҡыта.

Ветеранды бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға Октябрь районы башлығы ла килде. Ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған, данлы юл үткән ветерандарыбыҙ менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ, тине район етәксеһе.

Бихисап орден-миҙалдарға лайыҡ булған һуғыш ветераны Әсҡәт Асҡарович 70-ләгән ғилми хеҙмәт авторы. Шулай уҡ тарих биттәре, золом ҡорбандары хаҡында, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм яуҙаштары иҫтәлегенә бағышланған тиҫтәләгән китап яҙған. Әлеге мәлдә, 101-се йәшен ваҡлауға ҡарамаҫтан, теүәл зиһен менән Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған сираттағы хәтер китабы өҫтөндә эшләй.