Урал аръяғында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары арта

Тулыраҡ: Урал аръяғында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары арта

Урал аръяғында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары арта.

Улар 2008-се йылдағы иҡтисади көрсөктән һуң күпләп барлыҡҡа килә башланы. Йылайыр районы Суртанүҙәк ауылында йәшәүсе Үтәшевтар ғаиләһе лә 2010-сы йылда үҙҙәренең крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороп ебәрә. Ғаилә башлығы, тормош иптәше һәм улдары ултырып кәңәшләшә лә үҙҙәренең эшен асырға ҡарар итә. Илфат Үтәшев мәктәптә уҡығанда уҡ ниндәй һөнәр һайлаясағын белә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас та, ул бер икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт аграр университетына документтарын тапшыра. Әле йәш егет крәҫтиән-фермер хужалығында ата-әсәһенә ярҙам итә.Ир-егеткә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Илфат та кәрәк булһа комбайнға, тракторға ултыра. Әле ул баҫыу эштәренә әҙерлек менән мәшғүл.Элек был бина мәҙәниәт йорто булған. Йүнселдәр клубты ҡуртымға алғас, хәҙер мастерской урынлаша. Бында әле яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек бара. Эшселәр техниканы һәм тағылма инвентарҙы ремонтлай. Хужалыҡ етәксеһе Илшат Үтәшев та ваҡытында ауыл хужалығы институтын тамамлап, Матрайға эшкә ҡайта. “Башҡорт” хужалығында ул зоотехник, баш зоотехник һәм етәксе вазифалар биләй. Башҡалар кеүек үк совхоз-колхоздар тарҡалыуын ауыр ҡабул итә. Әммә, юғалып ҡалмай.Үтәшевтар ғаиләһе эшен тәүҙә 4 баш мал менән башлап ебәрә. Һуңынан һыйырҙар һанын 10-ға еткерә. 2014-се йылда Ғаилә һөтсөлөк фермаһы программаһы буйынса Грант оталар һәм 17 баш тоҡомло мал һатып алалар. Ошо уҡ суммаға улар элекке совхоз фермаһын төҙөкләндерә.Әле хужалыҡта 70-гән мал иҫәпләнә. Уларҙың 40-ғаны һауын һыйыры. Бында яңыраҡ быҙау ала башлағандар.Фермерҙар 5 кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Суртанүҙәктән һәм күрше ауылдан 3 һауынсы, бер быҙау ҡараусы һәм мал ҡараусы эшләй. Бесән һәм ураҡ барышында өҫтәмә кеше яллайҙар.Хужалыҡтың 500 гектар иген, 200 гектар бесән баҫыуы бар. Унда фермерҙар иген, һөлө, арпа, нут, күп йыллыҡ үләндәр һәм башҡаһын сәсә. Шуға күрә, малға ашатыр өсөн үҙҙәренең ҡатнаша аҙығы, фураж, силосы, бесәне-һаламы бар. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан ти халыҡ мәҡәле. Уҙған йылда уңғандар 300 тонна бесән, 200 тонна сенаж һәм 150 тонна һалам әҙерләгән. Был күләм ике йылға етә.