Башҡортостан Хөкүмәтенең төп составы билдәле

Башҡортостан Хөкүмәтенең төп составы билдәле

Республика башлығы уларҙы раҫлау өсөн парламенҡа юллаған. Министрҙар кабинеты тулыһынса 19 декабрҙән һуң билдәле буласаҡ. Был турала бөгөн Оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, уның беренсе урынбаҫарҙары, вице-премьерҙар исемдәре декбарҙә иғлан ителә. Республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдимен парламент та раҫларға тейеш. Бының өсөн Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтайҙың теүәл 9 көн ваҡыты бар.

Радий Хәбиров иғлан иткән тағы бер яңылыҡ Башҡортостан өсөн ҡыҙыҡлы ла, шатлыҡлы ла. Ниһәйәт, Өфөнөң үҙ зоопаркына нигеҙ һалына.

Ә әлегә төп яңылыҡ, Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составы. Кабинет әлегә тулыһынса аныҡланмаһа ла, уның алдында торған бурыстар билдәле. Уны Радий Хәбиров 12-се декабрҙә иғлан итә. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙың кәмемәйәсәге билдәле. Өфөлә ошо системаны камиллаштырыу көндәлек талап. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, киләһе дүшәмбенән баш ҡалала яңы поликлиника тулы ҡеүәткә эш башлай.

Шишәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған йәнә бер мәсьәлә халыҡ мәнфәғәте өсөн. Уңайлы ҡала мөхите программаһына ярашлы, республиканың күп муниципаль биләмәләре яңыртылып, заманса шарттар булдырыла.

Республиканың замана менән бергә атлауының һәм үҫешенең төп шарты — мәғлүмәт даирәһе, йәғни, ай-ти эшмәкәрлегенең камиллашыуында. Бөгөнгә Башҡортостанда ошо өлкәлә 216 компания эш алып бара. Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән сикләүҙәр осоронда технологик үҙаллылыҡ айырыуса әһәмиәтле. Республика башлығының Башҡортостан халҡы менән тура эфир барышында алынған һорау һәм мөрәжәғәттәргә яуапты ваҡытында биреүгә ваҡыт табырға кәрәк. Радий Хәбиров һүҙҙәренә ҡарағанда, айырым мөрәжәғәттәр тиҙ арала хәл ителгән.

Шишәмбе кәңәшмәһендә шулай уҡ Башҡортостандың махсус урта белем биреү йорттарында бюджет урындарын арттырыу, юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы тураһында һүҙ булды.