Благовещен районындағы 29 бала тәрбиәләгән ғаилә яугирҙәр өсөн ылау туплай

Благовещен районындағы 29 бала тәрбиәләгән ғаилә яугирҙәр өсөн ылау туплай

Аталары Махсус хәрби операцияға юлланғандан һуң, яҡындары яу яланындағы яҡташтарыбыҙға бар яҡлап ярҙам әҙерләй башлай. Был изге эштә олоһо ла кесеһе лә ҡатнаша.

Быйыл көҙөн махсус хәрби операцияға юлланған Вәхит Вәлиевтың әсәһе Флүрә Шәрип ҡыҙы был ҙур һәм татыу ғаиләлә КӨТӨП алынған ҡунаҡ. 80 йәшен ҡыуып барыусы ХАНЫМ бында тәрбиәгә алынған һәр бер малай-ҡыҙҙы үҙемдең ейән-ейәнсәрем кеүек, ти.

Вәхид Вәлиев хәләл ефете Ирина Вервельская менән 29 бала үҫтерә, уларҙың өсәүһе генә үҙҙәренеке, ҡалғандары тәрбиәгә алынған. Тормош иптәшемдең махсус хәрби операцияға йыйынғанын белгәс, был тиклем балаларҙы бер үҙем нисек аяҡҡа баҫтырырмын икән тип шаңҡып ҡалдым, ти Ирина ханым.

Ғаилә башлығынан тыш ике улдары, өс кейәүҙәре махсус хәрби операция зонаһында. Иң беренселәрҙән булып Аленаның бер туған ағаһы һәм тормош иптәше Азамат мобилизациялана.

Тәрбиәгә алынған балаларҙың ҡайһы берҙәре үҙ-аллы тормош ҡорорға ла өлгөргән. Әлеге ваҡытта етәүһе төп йортта йәшәй, 4 уҡыусы, өсәүһе студент. Төрлөһө төрлө ерҙә булыуға ҡарамаҫтан яйы килеп сыҡҡанда күмәкләшеп махсус хәрби операцияла булған яҡындарына гуманитар ярҙам да әҙерләп өлгөрәләр.

Өләсәй күңел йылыһын һалып, тәмле итеп туҡмас ҡырҡһа, егет-ҡыҙҙар атай-ағайҙары һәм яҡташтары өшөмәһен өсөн башҡа кәрәк-яраҡтар туплай.

Һалдаттарыбыҙ өсөн доға һалып тегелгән бетеүҙәр уларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итәсәк, ти хужабикә.

18-се декабрь алып кителәсәк ылауға балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр ҙә ҡушыла. Был башланғыстың да етәксеһе Вәхит Вәлиевтың тормош иптәше Ирина ханым.

Берҙәм, бергә булғанда ғына еңеп сығырға, маҡсатҡа ирешергә мөмкин, атайыбыҙ Ватанды, ә беҙ атайыбыҙҙы һаҡлайбыҙ, ти Вәхит Вәлиевтың ғаилә ағзалары. Ишле ғаилә Благовещен районы өсөн генә түгел, ә бар республикаға өлгө булып тора. 2021 йылда ғаиләгә "Ата-әсә ҡаһарманлығы" дәүләт наградаһы лы тапшырылған.