Ул «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында урынлашҡан һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Көндәлек пландар һәм бурыстар. «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәре һәр көнөн дөйөм йыйылыштан башлай. Эш ҡатмарлы, әммә күптән яйға һалынған. Белгестәр Махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡаһармандарса һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Медицина, психологик, социаль ярҙам, шулай уҡ кәрәкле техник реабилитация сараларын, шифахана-курорт дауалауын алырға, хатта көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ итә улар. Ошо көндәрҙә фонд эшмәкәрлеге даирәһе тағы ла артты. Хәҙер «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы сиктәрендә хәрби-социаль үҙәк үҙ эшен башланы. Уның асылыуы тураһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында билдәле булды.
Хәрби социаль үҙәк хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Ул Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бөтә ҡабул ителгән документтар тура Оборона министрлығына юллана. Бындай системалы эш хәрбиҙәрҙең һорауҙарын тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеген бирә.
Хәрби-социаль үҙәк үҙ эшен яңы ғына башлаһа ла, ярҙам һәм аңлатма һорап килеүселәр байтаҡ. «Каспер» позывнойлы яугир, мәҫәлән, ике йыл контракт буйынса хеҙмәт итә. Ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан арала үҙе һәм ғаиләһе файҙаланырҙай ярҙам саралары тураһында белешергә килгән.
Илмира Закирова иһә әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта алышҡан улының хеҙмәт хаҡын юллау мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткән.
Мөрәжәғәттәр төрлө. Һорауҙар башлыса түләүҙәр, социаль гарантиялар, льготаларға бәйле. Шулай уҡ хәрбиҙәрҙең шәхси кабинет менән файҙаланыу, уларҙы медицина ярҙамы һәм торлаҡ менән тәьмин итеү, хәбәрһеҙ юғалған һәм ирекле формированиеларҙа булған граждандарҙы эҙләү.
Хәрби социаль үҙәктәр Рәсәйҙең һәр төбәгендә һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды сиктәрендә генә эшләй. Хеҙмәтләндереү "бер тәҙрә" принцибы буйынса алып барыла. Хәбри социаль үҙәк белгестәре республика муниципалитеттарында эшләп килеүсе социаль координаторҙар менән дә тығыҙ бәйләнештә. Тимәк, райондарҙа теркәлгән хәрбиҙәрҙең дә һорауҙары социаль координаторҙар аша хәрби-социаль үҙәк белгестәренә еткереләсәк.