Республикаға ҡар циклоны килде

Республикаға ҡар циклоны килде

Һауа торошона бәйле республикалағы бер нисә юл участкаһында транпорт хәрәкәте сикләнде.

Өфө-Бөрө-Яңауыл, Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы һәм Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлдарында йөк автомобилдәре һәм пассажир транспорттарына йөрөү тыйылды. Синоптиктар билдәләүенсә, Башҡортостанды ҡар циклоны уратып ала, алдағы көндәрҙә яуым-төшөмдөү кинәт көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, урын менән көрт һалыуы ихтимал. Һауа температураһы күтәрелә. Алдағы көнгә һауа торош менән сығарылыш һуңында таныштырырбыҙ.