Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, сикләү ике этапта башҡарыла. Иртәгә киске сәғәт 11-ҙән Шаҡшанан ҡала яғына сыҡҡан һыҙат иртәнге сәғәт 4-кә тиклем, ә 12 декабрҙә киске 11-ҙән таңғы 4-кә тиклем — Шакша яғына юл ябыҡ була. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар деформация йөйҙәрендә эштәрҙе тамамлауға бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күперҙә капиталь ремонт «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса алып барыла. Объектты яңыртыу 2023 йылдың йәйендә башланды. Яңыртылғандан һуң күперҙе тағы ла 50 йыл файҙаланырға мөмкин буласаҡ.
Өфөлә йәнә Шаҡша күперен ябалар
Өфөлә йәнә Шаҡша күперен ябалар