Бөгөн Өфөлә Пугачев урамындағы яңы юл өлөшләтә асылды

Бөгөн Өфөлә Пугачев урамындағы яңы юл өлөшләтә асылды

Автомобилдәр хәҙер Ағиҙел урамынан Геофизиктар урамына тиклем һәр йүнәлеш буйынса берәр һыҙаттан үтә ала. Хәүефһеҙлекте тәүмин итеү маҡсатында юл киҫелешендә светофор урынлаштырылған. Был Кузнецов Затоны аша транспорт ағымын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.