Башҡортостан халҡы ил Президентына һорау бирә ала

Башҡортостан халҡы ил Президентына һорау бирә ала

«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» Колл-үҙәге граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы. Бәйләнеш өсөн берҙәм телефон эшләй, уның һандары: 8-800-200-40-40, шулай уҡ 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр ебәрергә, шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре аша бирергә мөмкин. Быйыл халыҡ һорауҙарын эшкәртеүҙә яһалма интеллект ҡулланыласаҡ. Был мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡытын тиҙләтәсәк. Рәсәй президенты менән йыл йомғаҡтары һәм матбуғат конференцияһы берләштерелгән форматта үтә, ул 19 декабрҙә була.