Радий Хәбиров ундағы етештереү цехтарын ҡарап сыҡты. Шулай уҡ район буйлап эшлекле сәфәре барышында республика Башлығы социаль объекттарға барҙы һәм урындағы халыҡ менән аралашты. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. «Ҡушйылға» атамаһы ике йылғаның ҡушылыуы тип тәржемә ителә. Ҙур булмаған ауыл халҡы хозур тәбиғәт ҡосағында йәшәй. Тик бында кәрәҙле элемтә лә һәм юлдар ҙа юҡ. Республика башлығының Бишбүләк районы буйынса эшлекле сәфәре бына ошондай көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итеүҙән башланып китте лә инде. Ауылда иң ҙур йорт – мәҙәниәт йорто. Уны капиталь ремонтлау кәрәклеге хаҡында ауыл халҡы Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында мөрәжәғәт иткән. «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында бинаны тулыһынса яңырталар. «Бөтәһе лә фронт өсөн» хәрәкәте ирекмәндәре менән аралашыу өсөн Радий Хәбиров Бишбүләктәге район мәҙәниәт Һарайына ла килде. Уның пункттары райондың һәр ауылында тиерлек бар. 500-ҙән ашыу кеше яугирҙарға ярҙам итеү өсөн йәлеп ителгән. 3 меңдән ашыу маскировка селтәре үрелеп алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән. Ә был Бишбүләк ауылындағы мәктәп. Уға яҡынса бер быуат элек нигеҙ һалынған, әлеге бинаһы 80-се йылдарҙа барлыҡҡа килә. Яҡынса бер быуат элек нигеҙләнгән, хәҙерге бинаһын 80-се йылдарҙа алған. Әле ул үҙ тарихының яңы битен асырға әҙер кеүек. Өҫтәмә корпустар төҙөп полилингваль статусын алырға тора. Радий Хәбиров башланғыс кластар өсөн яңы асылған сыуаш теле кабинеттарының береһендә булды һәм уҡытыусылар менән аралашты. Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Бәләбәй механизация һәм электрлаштырыу колледжы филиалына ла инде. Унда Башҡортостан Башлығы уҡыу йортон тамамлаусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды һәм Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың мемориаль таҡтаташына сәскә һалды. Артабан төбәк етәксеһе бинаны ҡарап сыҡты, уҡытыусылар һәм студенттар менән аралашты. Колледж тиҙҙән төбәк модернизация программаһына индереләсәк. Был йәшел футболкалы ҡыҙҙар ҙа колледж студенттары. Бер йыл һәм ун айҙан һуң был фабрикаға эшкә килеү өсөн яңы ғына асылған махсус профилле класта уҡыйҙар. Тегеү производствоһы асылыуы менән Бишбүләк районында 100 яңы эш урыны барлыҡҡа килде. Башҡортостандың махсус кейем етештереүселәрҙең береһе тарафынан яңы цехтар төҙөү проекты инвестиция сәғәттәренең береһендә хупланды. Төп талап — лайыҡлы хеҙмәт шарттары. Дәүләт ярҙамы арҡаһында предприятие заманса ҡорамалдар һатып ала алды.
Бишбүләк районында яңы тегеү фабрикаһы үҙ ишектәрен асты
Бишбүләк районында яңы тегеү фабрикаһы үҙ ишектәрен асты






