Башҡортостанда айырым ҡатлам граждандар өсөн шәхси йорттарға газ үткәреүгә сертификаттар тапшырыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйған. Унан күренеүенсә, ирекле формированиелар составында махсус хәрби операцияға юлланған граждандар газды бушлай тоташтырыу хоҡуғына эйә була. Бынан алдағы редакцияла «ирекле отрядтар» тип яҙылғайны.
Газ үткәреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде
Газ үткәреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде