Быйыл ҡыш ашыҡмай ғына килә

Быйыл ҡыш ашыҡмай ғына килә

Календарҙә декабрь уртаһы, ә республикала боҙ ҡаласыҡтарҙы төҙөй генә башланылар. Уларҙың һаны 800 тирәһе буласаҡ. Яңы йыл иллюминацтяларын монтажлау эштәре Өфөлә әүҙем бара. Йылдың төп байрамын башҡала ниндәй ҡиәфәттә ҡаршылар. Беҙҙең хәбәрселәр белеште.Боҙ ҡаласыҡтары эшләү өсөн Өфө янындағы йылғаларҙан әлегә 15 см тирәһе генә боҙ алырға мөмкин. Йылғала уны әҙерләү хәүефле булһа, ҡышҡы байрамға фигуралар төҙөргә йыйыныусы оҫталарҙы бер ҙә илһамландырмай. Киләһе партия ҡалыныраҡ боҙ килер тип көтөргә генә ҡала. Ә бына Белорет һәм Бөрйән районы оҫталарына был йәһәттән борсолаһы түгел, тип көнләшеп ҡуя улар.Боҙҙан эшләнгән олоғара һындарҙы, тимәк, ҡаласыҡтарҙа кәмендә аҙна ярымдан күрәсәкбеҙ. Әлегә ҡыш бабай, сәғәт кеүек байрам символдары менән генә ҡәнәғәтләнергә ҡала. Уның ҡарауы, шыршыҡайҙар башҡала урамдарында көҙҙән үк халыҡты ҡыуандыра. Төп майҙандарҙа улар күптән биҙәлгән. Тиҙҙән башҡаларын да өлгөртөрҙәр. Кузнецов Затонындағы шыршыҡай ҙур түгел. Уны быйыл ғына ултыртҡандар, үҫәсәк әле.. Тиҙҙән биҙәп ҡуясаҡтар.Шыршыҡайҙар һәм урамдағы иллюминация ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғынан ғына тоҡанмай. Башҡаланың ниндәй байрамса уттарға мансыласағына УфаГорСвет ойошмаһы инженерҙары яуаплы. Башҡа миҙгелдәрҙән айырмалы, байрамса иллюминация тоҡанған мәлдә Өфөнөң электр селтәрҙәре, энергияны сәғәтенә 120 киловатҡа күберәк сарыф итә. Был бер үк ваҡытта 90 сәйнүк эшләп торған кеүек. Миллионлы ҡаланың электр селтәре өсөн ул әлбиттә күп түгел. Урам буйлап һуҙылған гирляндаларҙы ғына алғанда – унда 19 мең тирәһе диодлы лампалар. Уларҙы ла бит йыл һайын кемгәлер тикшереп, кәрәк икән алыштырырға кәрәк. Башҡаланың үҙәк урамдарында, скульптуралар һәм Пушкин аллеяһында уйнаған уттар айырыуса сағыу. Ете ҡыҙ фонтанында иллюминацияны йыйыу дауам итә. Элекке менән сағыштырғанда, төнгө Башҡалаға тылсымлы байрам төҫө биреү өсөн, уттар бер нисә тапҡырға күберәк ҡулланыла. Ҡала советы майҙанында, халыҡ өйрәнгән, әкиәт ҡапҡалары әлегә ҡуйылмаған. Тиҙҙән уны ла, иллюминацияның башҡа ҡатмарлы элементтарын да урынлаштырасаҡтар. Шыршыҡайҙар тирәһендә Яңы йылдың байрам саралары республика райондарында 18 декабрҙән башланаса