Республика халҡы тормошон мөмкин тиклем яҡшыртыу

Республика халҡы тормошон мөмкин тиклем яҡшыртыу

Республика башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә менән сығыш яһаны. Ул республиканың барлыҡ телеканалдарында, Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәһендә лә күрһәтелде. Башҡортостан етәксеһе киләһе йылға стратегик бурыстар билдәләне. Улар тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин. Башҡортостандың төп стратегияһы – республика халҡы тормошон мөмкин тиклем яҡшыртыу. Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе ошо төшөнсәгә нигеҙләнгән. Иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы, етештереү, эшкәртеү һәм башҡа тармаҡтар. Уларҙың барыһы ла көндәлек мәсьәләләр генә түгел, ә хәл ителергә һәм һөҙөмтәһе булырға тейешле аспекттар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, йәмғиәте еңеүгә көйләгәндә иҡтисадты мобилизациялау тигән позиция тураһында оноторға ярамай. Миллиард һумдарҙан триллион һумдарға тиклем. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн ошондай амбициоз пландар менән йәшәргә һәм эшләргә саҡыра. Етештереү сәнәғәттең төп тармаҡтарына ла ҡағыла. Башҡортостан башлығы министрлыҡтарға эш форматын үҙгәртергә саҡыра. Мәҫәлән эшҡыуарлыҡ һәм туризм. Республика йүнселдәре үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланмай. Уларға өҫтәмә ярҙам кәрәк. Төҙөлөштә Радий Хәбиров яңы күрһәткестәрҙе атаны. Бөгөнгө һандар, әлбиттә, ҡыуанырлыҡ, әммә республика өсөн уларҙы юғары тип атарға иртәрәк. Республика башлығының парламентҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе – субьект үҫешендәге стратегик документ. Башҡарма власть менән бер рәттән, закондар сығарыу органдары ла хәҙер уртаҡ позицияларҙы аныҡларға бурыслы. Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов фекере. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөнгө шарттарҙа йәмғиәтте тәрбиләү тураһында оноторға ярамай. Миҫал өсөн Өфөләге яңы обьекттар. Баш ҡаланың хәҙер музыка йорто буласаҡ. Башҡортостан алдында торған йәнә лә бер бурыс тураһында Радий Хәбиров айырым әйтә. Республика федераль ҡаҙна аҡсаларын йәлеп итеү, уны үҙләштереүгә иғтибарҙы арттырыға бойора. Республиканың мәғариф системаһы илдә алдынғыларҙан булырға тейеш. Мәҫәлән, хәҙер Башҡортостанда “Йылдың йәш ғалимы” премияһы тапшырыла. Был өлкәгә бәйле тағы ла бер яңылыҡ бар.Радий Хәбиров телмәрендә ауыл уҡытыусыһы, ауыл табибы программалары үтәлешенә етди баһа. Тап ошо проекттар киләсәк нигеҙе, тигән фекерҙә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә тәүге баһалар ҙа билдәле. Башҡортостан башлығының йыллыҡ мөрәжәғәтен бойомға ашырыу өсөн айырым ваҡыт билдәләнмәгән. Ул бөгөндән ғәмәлдә, тимәк бөгөндән Хөкүмәттең эш стратегияһы яңыса ҡорола. Республика башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе субьект иҡтисадына яңы һулыш өҫтәргә тейеш. Инвестициялар менән инновация сәйәсәте беренсе урында булһа ла, тәү маҡсат, Башҡортостан халҡының имен һәм тыныс тормошо.