Яугир-десантсыларға ҡуйылған һәйкәлде мәсхәрәләгән үҫмерҙәр асыҡланы

Яугир-десантсыларға ҡуйылған һәйкәлде мәсхәрәләгән үҫмерҙәр асыҡланы

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” паркында яугир-десантсыларға ҡуйылған һәйкәлде мәсхәрәләгән үҫмерҙәрҙе асыҡланы. Әле тикшереү башланған. Уның йомғаҡтары буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк. Республика буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вандалдарҙың шәхестәре асыҡланған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, үҫмерҙәр “Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған десансыларға” һәйкәлдең өҫтөнә менеп петардалар шартлатҡан. Үтеп барыусыларҙың иҫкәртеүҙәренә һүгенеп яуап биргәндәр.