Әсе яҙмыш

Әсе яҙмыш

Махсус хәрби операцияла яраланған Александр Филяевҡа Өфөлә билдәле хирург Эрнст Мулдашев операция эшләйәсәк. Быға тиклем яугирға бик күп михнәттәр күрергә тура килә. Һөйгән кешеһенең хыянаты уның ҡанаттарын һындыра. Махсус хәрби операция ветераны менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева осрашты.Махсус Хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға юридик, психологик ярҙамдан тыш медицина ярҙамы ла күрһәтелә. 2014-се йылда ауыр тән йәрәхәттәре алған Александр Филяев ҡатмарлы операцияға әҙерләнә. Һынауҙар аша тормошҡа юл ярып атлаусы, донъяға күңел күҙе менән бағыусы Александр Филяев 2014-се йылда ауыр тән йәрәхәттәре алып, күреү һәләтен, ҡулдарын юғалта. Минаға эләгеп шартлағандан һуң госпиталға эләгә. Табиптарға рәхмәт, мине киҫәкләп тигәндәй йыйҙылыр, ти Александр. Төрлө сәбәптәр арҡаһында 2019-сы йылдан клиникаға ярты йыл һайын йөрөп дауаланыу туҡтатыла. Һуңынан ғаиләһен дә, йортон да юғалтҡан ветеран Донецкийҙағы ҡарттар йортона эләгә. Бәхеткә күрә, яугирҙың тормошона битараф булмағандар уны интернет аша табып Өфөгә алып килә. Өфөгә килеп эләккәнсе урау-урау юлдар үтергә тура килә яугирға. Күреү һәләтен юғалтып, ике ҡулһыҙ ҡалһа ла, тормошҡа булған һөйөү артабан йәшәргә көс табырға ярҙам итә. Быйыл Александр Филяевтың тормошонда ыңғай үҙгәрештәр була. Өфөләге ҡарттар йортона килеп урынлашҡас, ошонда тормош иптәшен таба. Яҙмыштың үтә лә әсе һурпаһын эскән яугир менән яҡын кеше булып киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡала Юлиә. Киләсәккә матур өмөт, йәшәүгә көс таба алыуым өсөн мин ауыр саҡта ташламаған дуҫтарыма, ирекмәндәр ойошмаһына һәм иң мөһиме ошондай ҡиәфәттә лә мине ҡабул иткән Юлиәмә рәхмәтлемен, ти яугир. Тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтеү өсөн ҡайһы берҙә бер йылы һүҙ ҙә етә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәгенә яҡташтарыбыҙ, уларҙың яҡындары йыш мөрәжәғәт итә. “Букварь” позынойлы һалдат та яраланып ҡайтҡандан һуң юридик ярҙам алырға бында киләгән.Махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү республика үҙәгендә хәрбиҙәр, уларҙың туғандары һәм яҡындары һәр яҡлап ярҙам ала. Үҙәккә көнөнә ун кеше килһә, ҡалғандары телефон, социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итә. Юридик ярҙамдан тыш психологик ярҙам да күрһәтелә.