Кешеләрҙе финанс пирамидаларына йәлеп иткән өсөн административ штраф билдәләнә. Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа ошо турала закон ҡабул итте. Финанс пирамидаларын ойошторған һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн ҡануниәттә енәйәт яуаплылығы ҡаралған, әммә мутлашыусылар башҡа схемаларҙы файҙалана башлаған. Яңы закон менән граждандарға — 50 мең һумға, вазифа биләгәндәргә һәм эшҡыуарҙарға — 100 мең һумға, ойошмаларға 1 миллион һумға тиклем штраф индерелә.
Финанс пирамидаларға йәлеп иткән өсөн административ штраф
Финанс пирамидаларға йәлеп иткән өсөн административ штраф