Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы дәүләт ҡурайсылар ансамбле логотибының иң яҡшы дизайнына конкурс иғлан итте. Был конкурста профессиональ дизайнерҙар, рәссамдар, шулай уҡ креатив дизайн-студиялар ҡатнаша ала. Йәшәгән урынына һәм йәшенә ҡарамайынса, айырым кешеләр ҙә, командалар ҙа ҡатнашырға мөмкин. Логотип башҡорт халҡының милли символы ҡурайҙы халыҡ-ара кимәлдә популярлаштырыуға, Дәүләт ансамблен танытыуға һәм тамашасыларҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Еңеүсенең эше документтарҙа, рәсми сараларҙа һәм реклама материалдарында файҙаланыласаҡ. Дәүләт ансамбленең логотибы, Башҡортостандың милли символы булараҡ, коллективтың бай мәҙәни мираҫты һаҡлауға ынтылышын күрһәтергә тейеш. Һәр ҡатнашыусынан йәки команданан ике генә эш ҡабул ителә. Конкурсҡа ғаризаларҙы 2025 йылдың 31 ғинуарына тиклем ебәрергә кәрәк. Еңеүсе проектты эксперт комиссияһы һайлай. Еңеүсегә 30 000 һум аҡса тапшырыла.
Ҡурайсылар ансамбле логотибының иң яҡшы дизайнына конкурс иғлан итте
Ҡурайсылар ансамбле логотибының иң яҡшы дизайнына конкурс иғлан итте