Республика башлығы ошо туралағы Указға ҡул ҡуйған. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Андрей Назаровтың кандидатураһын бер тауыштан хуплаған. Хәҙер депутаттар алдында 19 декабргә тиклем хөкүмәт рәйесенең урынбаҫарҙарын һәм министрҙар кабинетын раҫлау бурысы тора. Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмә хаҡында Закир Шәрипов. Республикала бурандар осоро башланды. Ҡайһы бер юл участкаларын йәмәғәт транспорты, такси һәм йөк машиналары өсөн хатта ябып та ҡуйҙылар. Ә бына Өфөлә ҡар таҙартылмау сәбәпле тығындар теркәлде. Шуға ла халыҡ эшкә һуңланы. Радий Хәбиров был эште яҡшылап яйға һалырға ҡушты.Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү буйынса Совет ойошторола. Радий Хәбиров яңы ведомствоның ни өсөн кәрәклеген һәм уның составына кемдәр ингәнен аңлатты.Бишбүләк районының Ҡош-йылға ауылы мәҙәниәт йорто тышында мурал төшөрөләсәк. Һүрәт район хакимиәте башлығы Артур Зарипов менән буласаҡ. Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығына ошо бурысты үтәүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы төбәккә сәфәре барышында юлдар мәсьәләһенә лә туҡталды.Уҙған аҙнала Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы сьезы үтте. Унда башҡорт халҡы өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә ҡоролтайға йомғаҡ яһаны.Башҡортостан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә йәнә иң яҡшы унау исемлегенә инде. Йәғни, илдә һигеҙенсе урын яуланы. Был йүнәлештә эште туҡтатмаҫҡа саҡырҙы Радий Хәбиров.2025 йылдың яҙына Рәсәй геройы Максим Серафимов исемендәге Патриот хәрби-патриотик паркының скверында уның бюсы асылырға тейеш. Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларына ошондай бурыс ҡуйҙы. Шулай уҡ бында һәм филиалдарында бассейндар булдырырға ҡушылды.Башҡортостанда янғындар артҡан. Әбйәлил районында ике баланың ғүмере өҙөлгән. Асҡар ауылында ишле ғаилә йәшәгән ағас йортта ут сығып, ҡыҙғанысҡа 9 йәшлек малай менән 10 йәшлек ҡыҙ бала һәләк булған. Был мәсьәлә лә оператив кәңәшмәлә ҡаралды.Ҡыш һуң килеүгә ҡарамаҫтан яңы йыл ҡаласыҡтары 20 декабргә әҙер булырға тейеш. Әле республикала 329 ҡаласыҡ, 1 мең 100-ҙән ашыу шыршы һәм 94 тау-һырғалаҡтар ҡуйылған. Башҡортостан Башлығы эште ваҡытында тамамларға ҡушты.
Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры итеп Андрей Назаров тәғәйенләнде
Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры итеп Андрей Назаров тәғәйенләнде