Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнөң 48-се башҡорт лицейына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исеме бирелде. Был эш әҙиптең яҡын туғаны, беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Уйылдан Ғәлиндың тырышлығы менән 2022 йылда башланғайны. Ниһәйәт, 48-се башҡорт лицейы үҙенең 25 йылын билдәләгән көндән бөйөк әҙиптең исемен йөрөтә башланы. Сәлимә Исламова дауам итә. Был бинала уҡыусылар өсөн ҡыңғырау моңдары 25-се йыл рәттән генә түгел, бер-нисә йылға иртәрәк яңғырай башлаған. Ул осорҙағы уҡытыусылар составының бер өлөшө лә һаҡланған. Башта уҡыу йорто 11-се һөнәрселек училищеһы булараҡ асыла. Уҡыу йортоноң Ноғман Мусин исемен йөрөтөүгә дәғүә итеүе юҡҡа түгел. Башҡорт телен, әҙәбиәтен, йолаларыбыҙ һәм ғөрөф ғәҙәттәрҙе өйрәнеүгә бында ҙур иғтибар бүленә. Лицейҙа 25 йыл дауамында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе лә эшләп килә. Уҡыусыларға милли йолаларыбыҙҙы,тейешле кимәлдә телебеҙҙе үҙләштереү өсөн өҫтәлмә дәрестәр алып барыла.Рухлы, заман менән бергә атлаған лицей Башҡала мәктәптәре араһында үҙ йөҙө һәм данлы исеме булған белем йорто. Уҡыусыларыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, эшләгән эштәребеҙ менән ғорурланабыҙ, тине лицей етәксеһе. Хеҙмәттәшебеҙ Уйылдан Ғәлиндың иҫән сағында һалған тырышлығы юҡҡа булманы. Н.Мусиндың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән тағы бер эш атҡарылды. Быйылдан Өфөнөң 48-се башҡорт лицейы халыҡ яҙыусыһы Н.Мусин исемен йөрөтә. Тантаналы сараға Ишембай районынан әҙиптең туғандары ла саҡырылған. Әлегә рәсми документтарҙы, алтаҡталарҙы яңыртаһы бар. Ноғман Мусиндың музейы ла эш башлаған. Шәхси әйберҙәрен, хеҙмәт ҡоралдарын уның ауылындағы йорт-музейынан да килтерергә ниәтләйҙәр.Халыҡ яҙыусыһы Ногман Мусин үҙ ҡулдары менән балта тотоп ике йорт һалып сыҡҡан әҙип. Мәктап музейында балта оҫтаһының ҡул эштәре лә, йорт йыһаздары лә куйылған.Ноғман Мусин исемендәге 48-се башҡорт лицейының 25 йыллыҡ юбилейы уңайынан уҡытыусыларға маҡтаулы исемдәр, дәүләт наградалары тапшырылды. Лицейҙың билдәле сығарылыш уҡыусылары менән осрашыуҙар, мәктәптең асыҡ студияһында интервьюлар ойошторолдо.
Юбилей йылын яңы исем менән
Юбилей йылын яңы исем менән






