Үлемесле авариялар һанын кәметеү ҡарала

Үлемесле авариялар һанын кәметеү ҡарала

Рәсәй Президенты 2030 йылға үлемесле аварияларҙың һанын бер ярымға, ә 2036 йылға ике тапҡырға кәметеү бурысын ҡуйҙы. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр юлдарҙағы именлекте тәьмин итеү буйынса ил Премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡаралды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Быйыл 11 айҙа республикала 2 мең 675 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 20 процентҡа кәмерәк. Марат Хөснуллин төбәк етәкселәренә аварияларҙы кәметеү планын шәхсән контролгә алырға һәм йәйәүлеләргә, балалар ҡатнашлығында аварияларға иғтибар бүлергә ҡушты.