Юлдар тормош артериялары

Юлдар тормош артериялары

Борай районы аша үткән Дүртөйлө — Әсет юлында күпер төҙөү эштәре тамамланып килә. Был юл шәп тиҙлекле М-12 "Көнсығыш" трассаһының бер өлөшө булып тора. Төҙөлөштә иң алдынғы ысулдар ҡулланылған. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты. Ауыр техника көнө-төнө эшләй, М-12 трассаһында иң ҙур күпер төҙөлөшө ҙур яуаплылыҡ талап итә. Эш барышында Ағиҙел йылғаһын тупраҡ өҫтәп бер ни тиклем тарайтырға тура килгән. Әле иһә юлсылар ярҙы тәртипкә килтерә.

Күпер төҙөгәнсе нисек булған шул состояниеға ҡайтарыу эштәре алып барыла. Шулай уҡ тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән килешеү нигеҙендә 10 био-үткәргес төҙөлә. Йәғни, ул ҡырағай хайуандарға юл аша түгел, уның аҫтынан сығыу мөмкинлеген бирә. Борай районы Нурия Ғилмуллина М-12 трассаһының Башҡортостандағы иң ҙур күперҙә төҙөлөш эштәре тиҙерәк барһын өсөн бында бәләкәй күсермәле заводтар ҙа эшләй. Бындағы битумды юлсылар гудронаторға һала. Ундағы ҙур температура аҫтында ирей һәм артабан эшселәр уны юл буйына һала башлай. Юлсылар әлеге ваҡытта бер яҡлап ҡына 1 километрҙан ашыу юлға гудрон һалып өлгөргән. Июнь айында күпер яртылаш әҙер булһа, хәҙер эштәр тамамланыуға табан бара. Юл төҙөлөшө ваҡытында ҡулланылған заман технологиялары эште 2-3 тапҡырға тиҙләтә. Дүртөйлө – Әсет трассаһы Ҡазандан Екатеринбург ҡалаһына тиклем һуҙылған М-12 трассаһының был өлөшө. Уның оҙонлоғо 275 километр. Ул беҙҙең республика өсөн генә түгел, ә тотош Рәсәй өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. 11 таяуҙа торған 812 метрға һуҙылған был ҙур күперҙәге эштәр яңы йыл алдынан тамамланыр, тип көтөлә.