Ҡышҡы каникулдар мәлендә Өфөлә боҙ, хоккей майҙансыҡтары, саңғы трассаһы эшләйәсәк. Балалар уйнаған боҙ тауҙары, лабиринттар, башҡа күңел асыу урындарында хәүефһеҙлек талаптары тулы үтәлергә тейеш. Быйыл һауа торошоноң үҙгәреүсәнлеге арҡаһында катоктарҙы декабрь уртаһында ғына төҙөй башланылар. Ҡалала уларҙың һаны өс тиҫтәһенән ашыу Беҙҙең ижади төркөм асылған боҙ майҙансыҡтарын барып күрҙе. Ҡыш һуңлап килеү сәбәпле ҡалала боҙ майҙансыҡтары әле саҡ асылыуға әҙерләнә. Иң тырыштары беренсе ҡунаҡтарын ҡабул итә лә башлаған. Аграр университетының хоккей майҙансында мәҫәлән, тәүгеләрҙән асылыр өсөн төн йоҡмамай түшәмде әҙерләгәндәр. Был эштә 20 йыллыҡ тәжрибәһе булған Сергей Дорошук боҙ ялтырап ятһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген яҡшы белә. Әлеге ваҡытта элекке, әммә иң отошло ысул ярҙамында боҙҙо шымартыу эше бара. Тырышлыҡ һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй. Конькиҙа шыуырға тип Аграр университеты майҙансығына ҡаланың икенсе осонан уҡ килеп етәләр. Үҙ эшен ҡаланың Арт-квадрат боҙ майҙансығы ла башлап ебәргән. Был йәмәғәт урынынан йыл әйләнәһенә халыҡ өҙөлмәй. Ҡыш айырыуса. Көнкиҙа шыуырға тип кесеһенән алып олоһона тиклем килә. Конькиҙа фигуралы шыуыу ҡар-буранда, сатлама һыуыҡтарҙа ла уңайлы һәм күңелле булһын өсөн ойоштороусылар бөтә шарттар ҙа булдырырға тырышҡан. Ҡаланың иң ҙур боҙ майҙансыҡтарының береһе — Рима Батталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янындағы биләмәлә. Ошо көндәрҙә ҡала халҡы һәм үҙәктә шөғөлләнеүсе балаларға байрам ойоштороп, боҙ майҙансығын тантаналы асыу сараһы үҙҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, катокты был юлы ғәҙәттәгенән ҙурыраҡ итеп эшләгәндәр. Төп маҡсат — мөмкин тиклем күберәк баланы спортҡа ылыҡтырыу. Хаҡтар төрлө, конькиҙы прокатҡа алыу кәмендә 250 һумдан алып. Студенттар өсөн ташламалар ҡаралған. Үҙе менән коньки алып килгәндәргә инеү бушлай. Быйыл Өфөлә 3 тиҫтәнән ашыу боҙ майҙансығы эшләр, тип көтөлә. Спорт үҙәктәре янында, асыҡ стадиондарҙа, ял урындарында - балалар һәм ололар ҡала райондарының һәр береһендә конькиҙа шыуырға теләүселәр махсус ҡоролған майҙансыҡ табасаҡ.
Ҡышҡы каникулдар яҡынлаша
Ҡышҡы каникулдар яҡынлаша






