2-се балалар поликлиникаһының 6-сы филиалы һәм 5-се ҡала клиник дауаханаһының терапия бүлеге сафҡа инде. Быға тиклем Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе балаларҙы 2-се поликлиниканың 5-се бүлексәһе хеҙмәтләндергән. Яңы филиал «Беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу программаһы» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән. Бында йәш пациенттар анализдар тапшыра һәм төрлө тикшереүҙәр үтә ала. Дөйөм майҙаны 450 квадрат метрлыҡ бинала процедура бүлмәһе, фильтр-бокс, прививка эшләү, әсә һәм бала, функциональ диагностика бүлмәләре урынлашҡан. Яңы дауалау учреждениеһында әсәй ҙә, бала ла ҡәнәғәт ҡалһын өсөн барыһы ла уйлап эшләнелгән. Шул уҡ бинала 5-се ҡала клиник дауаханаһының терапия бүлеге урын алған. Заманса форматта эшләгән поликлиникала Өфө ҡалаһының Кузнецов затонында йәшәүсе 8 меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә. Терапия бүлегендә процедура һәм прививка яһау кабинеттары УЗИ тикшереүе һәм функциональ диагностика, терапевтар кабинеттары эшләй. Поликлиника заманса ҡорамал менән йыһазландырылған.
Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә бер юлы ике медицина учреждениеһы асылды
Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә бер юлы ике медицина учреждениеһы асылды






