«Республиканың төп законы өс тиҫтә йыл элек ҡабул ителде. Ул Башҡортостандың үҫеш векторында илдең терәк төбәге итеп билдәләне. Быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәре бында тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй, уртаҡ йортобоҙ — киң, берҙәм Рәсәй именлеге хаҡына ижад итә. Башҡортостан Конституцияһы ата-бабаларыбыҙҙың мираҫын, телен, мәҙәниәтен, халыҡтарыбыҙҙың дуҫлығын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлай. Беҙ бергә эшләйбеҙ, алға табан барабыҙ, һәр кем үҙ урынында уртаҡ Тыуған илебеҙҙе һаҡлай. Шулай һәр саҡ буласаҡ та», — тип яҙа төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.